|
Юлыҡ ауылының тарихы. «Тыуған
ауылым йәйрәп ята Мағаштауҙың
итәгендә…» «Беҙҙең яҡты тау-таш тиҙәр, Әйтерһең
унда юл юҡ. Ҡаф тауы артында
түгел, Еҙем буйында Юлыҡ».
Ф. Кужин. Юлыҡ ауылының килөп
сығыуы тураһындағы документаль тарихи
мәғлүмәттәр табылманы. Юлыҡ ауылы тураһында
беренсе официаль мәғлүмәт Ә. 3. Әсфәндийәровтың
«Башкортостан ауылдарының
тарихы» китабында бирелә. 1795 йылғы V ревизия мәғлүмәттәренә
нигеҙләнеп (РГАДА. Ф.
1335. оп.1.) яҙылған хеҙмәтендә 1795 йылда
Юлыҡ ауылында 60 өй
булыуы, 334 кеше йәшәүе, ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре тураһында
теркәп үтелгән.
Юлыҡтың тарихын ауылдың
ололары һөйләүенән, архив
материалдарынан сығып күҙ алдына килтерергә
була. Юлыҡ ауылына 18
быуаттың урталарында Юлыҡ исемле кеше нигеҙ һалған тигән фекер
өҫтөнлөк итә. Аныҡ ҡына йылын әлегә
билдәләү мөмкинселеге юҡ. Ул осорҙа һәр
нәҫел үҙҙәре айырым ауыл
булып йәшәгән, ваҡытүтеү менән Юлыҡ ауылына берләшкәндәр. 1812-1814
йылдарҙағы Ватан һуғышында
ауылдан 9 кеше 12
башҡорт
полкы составында ҡатнашҡан. Динмөхәмәт
Үтәғолов, Шәрипҡол Әлимғолов,
Юлмөхәмәт Ҡайғолов, Хәсән
Азаматов, Кинйәбулат
Баиков, Иштуған Әвлияров , Хабибулла Уракаев, Абдулмәжит Урманшин,
Абдулманаф
Ниғмәтуллин 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашып,
«За взятие Парижа 19 марта 1814 года», «В
память воины
1812-1814 гг.» тигән миҙалдар менән
бүләкләнә.
Архив документтары буйынса 1816 йылда
Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се
кантонының 4-се йортоноң Юлыҡ ауылында 73 йортта
350 кеше йәшәгән
(ЦГИА РБ И-38 оп. 2 д.
309)
Артабанғы
йылдарҙа
1839 йылда
уртаса йорт башына 7 ат, 5 һыйыр малы тура килгән, һарыҡтарҙың дөйөм һаны - 97,
кәзәләр 65 баш булған, 239 умарта ҡорт булған. Ерҙе бик аҙ эшкәрткәндәр: 555
кеше башына 2, 2-шәр
бот иген алғандар. 1798
йылда башҡорттар, шул иҫәптән Юлыҡтар, хәрби
сословиеға күсерелә һәм
кантондар системаһы керетелә. Юлыҡ ауылы шул осорҙа Ырымбур
губернияһы Стәрлетамаҡ әйәҙе етенсе кантонының
5-се йортына ҡарай. 1838, 1839
йылғы архив
мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 5 кеше заурядный есаул, заурядный сотник,
заурядный хорунжий, урядник дәрәжәһендә, 122-һе казак булып хеҙмәтен алып
барғандар. 1816, 1834
йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа (ревизские
сказки) Килмөхәмәт
Үтәғолов-Юлуков указлы мөҙәрис (мәсеттә уҡытыусы) булараҡ теркәп үтелгән. 19
быуаттың баштарынан уҡ уҡытыу эштәре алып
барылған. Документтарҙа аҙ булмаған кеше
«татарской грамотой владеет» ти билдәләп
үтелә. Шул осорҙағы
указлы муллалар Абдрашит Бускунов, Мамбеткул Кусяпкулов, уның улы
Хаирбашир
Мамбеткулов, һәм 20-се быуаттәғы ауылдың дин әһелдәре Сафаргулов
Абдрахман,
Кадыргулов Вәлиулла, Рашитов Ғәфиәт, Ҡасимов Шәриф,
Юлуков Хамза, һ. б. 19 быуатта ауылдың
беҙгә билдәле булған
ауыл старшиналары (ҡайһылары документ
буйынса, ҡайһылары ишетеп): Күҫәпҡол (фамилияһы
Юлуков булырға мөмкин), Абдулвали Хакимуллин
Яушев, Динмөхәмәт Утәғолов-Юлуков, Мухаметкул Кунаккулов-Алимгулов,... .
Шул дәүерҙә ауыл әлеге түбән яҡта булып күпселек
өлөшө Еҙем йылғаһы өҫтөнә тура килә.
Мәсет Оло тирәк тирәһендә
булған. Ә Еҙемдең ағышы
әлеге урынынан ярты саҡрым самаһы һулдараҡ булған.
Бынан йөҙләп йыл элек, 19
быуаттағы кеүек малсылыҡ төп йәшәү сығанағы
булып торған. Мал ҡарау, ер эшкәртеүҙән тыш Ауылдан
суйын ташыҙа ялланып эшләүселәрҙә булған. Сөнки Егәҙе заводынан
Карташовка пристаненә суйын
ташыу юлы (Балкашин юлы) ауыл аша уҙған. Ул осорҙағы хәлле крәҫтиәндәр: Каримов
Тимерғәленең (Тимер ҡарт) балалары,
Каримов Мөхтәр,
Давлетбаев Йосоптоң балалары, Давлетбаев Асылбайҙың балалары,
Кильмухаметов (Шафиков)
Хайбулла, Насыров Хайретдин, Кунаккужин
Бускунбай, Габдрашитов Ялалитдин, Халилов
Кильмухамет, Сафаргулов Кагарман һ. б. 19
быуаттың аҙағындағы һәм 20
быуат башындағы
ауылдаштарыбыҙҙың
тормошо документаль сығаннаҡтарҙың аҙ булыу сәбәпле
өйрәнеп бөтөлмәгән. 1917 йылда -Ваҡытлы хөкүмәт
осоронда һәм 1920 йылда
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу
(подворная перепись) үткәрелгән. Ул документтарҙа йорт хужаһы
тураһында тулы мәғлүмәт,
йәмғиәттәге статусы, ғаилә составы, белеме, малының һаны, ауыл хужалығы
инвентаре, күпме ер биләүе яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1917 йылғы Башҡортостандың үҙәк архивында Юлыҡтан өс йорт хужаһыныҡы ғына һаҡланған. Ә 1920
йылғы - буталсыҡ осорҙағы мәғлүмәт
ысынбарлыҡҡа тура килмәй.
1905 йылда япон һуғышында Юлуков Ниғмәтйән
Георгиевский крест менән бүләкләнеп ҡайта. Батшаны
тәхеттән төшөрөлөүе тураһында хәбәрҙе ауылға 1917 йылда
1914 йылғы Герман
һуғышында ҡатнашҡан
Fәйфулла Ҡоҙайғолов менән
Fәләүетдин Яҡшыбаевтар еткерә. 1917
йылдың октябрендә булған революция
Рәсәй империяһын пыран-заран килтереп ҡуймай, Юлыҡ ауылының ҡайһыларына бәхетле
тормошҡа өмөт, ҡайһыларына билдәһеҙлек тойғолары уята. 1918
йыл. Буталсыҡ осор. Ауылдың
старшинаһы Каримов Турьян
Тимергалиевич кесе улы Ахуньянды алып Урта Азияға һәм артабан Ҡытайға сығып китә.
Бөтә ауыл оҙатып ҡала. Юлыҡтан граждандар
һуғышында ҡатнашыусылар аҙ була. Мәҫәлән Юлуков Әхматша
менән Аҙнағолов Ахмаҙғәлене аҡтар көсләп алып
китһәләрҙә, беренсеһе Өфөгә
барып еткәс ҡасып ҡайта. Бер
нисә кеше Блюхер отрядында һуғышалар. 1929
йыл. Тирә-яҡта колхоздар
төҙөлә башлай.
Ошо уҡ йылда Юлыҡтала ете кешенән
торған тәүге колхоз
төҙөлә.
1931 йылда уға «Үҙәк» тигән
исем ҡушыла.
1939 йыл. Алда һулдан дүртенсе Азнагулов Динислам.
Һәр ҡайҙағы кеүек хәлле крәҫтиәндәрҙе раскулачить итеү
Юлыҡты ла була. 10-лап
ғаилә, шул иҫәптән 48 кеше
репрессиялана. Өйө, милке
тартып алынып колхозға тапшырыла йә
таратып бирелә. Мәҫәлән Давлетбаев
Закирҙың 461 һумлыҡ, Каримов
Хазиғәленең 313 һумлыҡ милке конфисковать
ителә. Бай кешеләрҙән тыш белемле, һәм
аҡтар яғында булғандарҙа төрмәгә оҙатыла. Улар
араһынан икәүһе атыуға хөкөм
ителә. Был осорҙа комсомолецтар
кеше милкен талап колхоз төҙөүҙә һәм халыҡ дошмандарын фашлауҙа ҙур активлыҡ күрһәтәләр. 48
«халыҡ дошманы»
күрше-тирә ауылдар араһында
бик ҙур
күрһәткес. Был һандар артында күпме ҡыйралған ғаиләләр,
баласағы урланған балалар яҙмыштары ята.
«Кулак» мөһөрө әрләү,
йәберләү һүҙе
булып киткән. Ауылда
бер-нисә рус ғаиләһе лә йәшәгән.
Еремеев Алексей тирмән
(атаһы төҙөгән булған) тотҡан.
«Тирмән быуаһы»на иген тарттырырға
Юлыҡ
ауылы халҡы
һәм күрше ауылдарҙан килгәндәр.
Еремеев Константин (Күскә) оҫта тимерсе булған. Юлыҡ ауылында электр уты 1935 йылдарҙа үткәрелгән.
Алексей Һабай ауылы эргәһендәге
электростанцияны ң төҙөлөшө менән һәм эше
менән идара иткән. 1941
йылдың 22 июнендә фашистик Германия
илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлай.
Уны дөмөктөрөргә ,
яратҡан
тыуған илебеҙҙе
һаҡларға күп
ир-егеттәр сафҡа баҫты.
Тыуған ауылыбыҙ Юлыҡтан һуғышҡа 194
кеше китеп,
шуларҙың
117-һе Еңеү хаҡына
башын һала. Һуғыштан
һуң «Үҙәк»
колхозы өс бригадҡа бүленеп эшен
дауам итә. Ул ауыр осорҙа колхоз
председателе булып Мөхөтдинов
Фәтҡолла
эшләй.
Унан һуң хужалыҡты Иҫәнбай Ниғмәтуллин
(1952-1953 йылдар),
Ғәфиәт Юлмухаметов (1954-1958 йылдар) етәкләйҙәр. 1950-се
йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү башлана. 1958 йылда Юлыҡ, Ҡауарҙы, һабай, Аҡташ ауылдары
берләштерелеп, колхозға «Дружба» тигән исем
бирелә. 1965 йылда «Мағаш» тип үҙгәртелә. Юлыҡтар алһыҙ-ялһыҙ колхозда эшләһәләр ҙә, эш хаҡы бик аҙ түләнде. Бакауыш
ишеп, уны ҡайҙалыр алып барып
һатыу йәшәүҙең төп сығанағы
булып торҙо. 1951
йылдың йәйендә активистар; райондан
килгән уполномоченный ҡатнашлығында, бер
теркөм эскесе ҡуштандарҙы иҫертеп, Юлыҡ мәсете манараһын ауҙарталар. Шулай
итеп, мәсет клубҡа әйләндерелә. 1961
йылда таштан яңы
клуб төҙөлә. 50-се,
60-сы йылдарҙа колхозды үҫтереүгә колхоз
рәйестәре Урманшин Рәшит
(1958-1963 йылдар), Садиков Искәндәр Исхаҡ улы (1963-1970
йылдар) күп көс һалалар.
пропагандист, укытыусы Сафина Х. И. 70-се,
80-се йылдарҙа Хисматуллин
Мазһар (1970-1972),
Кульманов Әхмәр Мәхәмәтгәрәй улы (1972-
), Ханафин Фәнүр, Хисматуллин Илдар, Юлдашев Фәнил
Сәйет улы(1981-1986
йылдарҙа),
Кинйәбулатов Ғәле Тимерхан улы(1986-1991 йылдар), 90-сы йылдарҙа Юлмухаметов Таһир
Ситдик улы,
Зайнетдинов Ирек Хөснөтдин улы, Шагиев Сафуан Нөғөмән улы, Яҡшыбаев Рәүф Рәшит
улы, Абдрахманов
Раис Ғәлинур улы колхозды етәкләйҙәр. Колхозда намыҫлы эшләгән урта ҡул етәкселәрҙе, орден-миҙалдар менән
бүләкләнгән колхозсылар
тураһында бик күп яҙырға мөмкин. 1980
йылдарҙың иң көтөп алған төҙөлөштәренең береһе
булып Еҙем йылғаһы аша
купер һалыу булып тора.
Сөнки ауыл йылғаның уң яғында ятһа, эшкәртер ерҙәр, һыйыр фермаһы
йылғаның һул яғында.
Шулай уҡ ҙур ер менән
бәйләнеш йылға аша. Уға
тиклем йыл һайын ағас күпер, бер осор пантон күпер, хатта аҫмалы күпер ҙә булды.
Паром. «Хәнәфин
күпере»лә тарихҡа
кереп ҡалды.
Шулай уҡ
ферма комплексы, балалар баҡсаһы,
фельдшер-акушер пункты, магазиндар төҙөү шул осорға тура
килә. 90-сы
йылдарҙа икегә бүленеп
(1991 йыл) ҡабат берләшеүе,
ҡабат бүленеүе һәм
илдәге экономик кризис колхоздың тарҡалыуына килтерә. Юлыҡ ауылы биләмәһендә
бер нисә фермер
хужалыҡтары
барлыҡҡа
килә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында
«Оло ялан» (етәксеһе Мухутдинов Фанил) хужалығынан
башҡалары
тарҡала.
1920 йылда Юлыҡ берҙәм хеҙмәт мәктәбенең
башланғыс баҫҡысында 70 бала
белем алған. 20-се йылдар
башында ирле-ҡатынлы
Ғәфиәтулла һәм Кәримә Аминовтар балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәткәндәр.
Ул осорҙа уҡытыу ғәрәп алфавиты
нигеҙендә алып барылһа,
1929 йылда латин
алфавитына күсерелә. 1931
йылда өс баҫҡыслы мәктәп дүрт
йыллыҡҡа үҙгәртелә.
Мәктәп 1945
йылда 7 йыллыҡҡа
әйләндерелһә, 1957 йылда 8 йыллыҡ булып китә. Урта
белем алырға теләүселәр Ҡауарҙы, ЕҙемҠаран мәктәптәренә
йөрөп уҡыйҙар. 1975 йылда өс
класслыҡ бина төҙөлгәс Юлыҡта урта мәктәп барлыҡҡа килә. 90-сы
йылдар башында төҙөлә башлап, ике ҡатлы типовой мәктәп
1996 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.
Юлыҡ мәктәбен
тамалаулаусылар төрлө урындарҙа эшләйҙәр.
2004 йылда Юлуков ауылдың имам-хатибы
Юлуков Салауат һәм Урманшин Рәшиттең балалары тырышлғы менән ауыл
мәсетле
булды. Бер
нисә быуындың тормошо колхозға
бәйләнгәнгә күрә, ул дәүерҙаге тарихты колхоз
тарихынан тыш күз алдына килтереүе ауыр.
Колхоз төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар, ауырлыҡ менән төҙөлгән булһа, бер миҙгелдә тарҡалды. Ҙур ферма бар ине,
тракторҙар ер һөрә ине, Арҡала эш гөрләй ине. Колхоз
тарҡалһала
эшһеҙ ҡалдыҡ тип хөкүмәткә бәлә
һалып ятыусылар күп
түгел. Ниндәйҙер
йүнен табып, мал аҫырап,
картуф-йәшелсә үҫтереп, ҡорт тотоп йәшәйҙәр. Хужалыҡтарҙа 23
шәхси трактор, 2
таҡта бысыу рамаһы иҫәпләнә.
Ауылда йәшәүсе кешене ерһеҙ күҙ алдына
килтереүе бик ауыр. 2006 йылдан башлап ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге
ерҙәрҙе хосусилаштырыу
өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Законға
ярашлы, ер пайына хоҡуғы
булған республика гражданы юридик теркәү үтеп, таныҡлыҡ алып, үҙ еренә
үҙе хужа
була ала. Закон буйынса ерҙе кемгә булһа ла арендаға биреп торорға
йәки,
башҡалар менән берләшеп, фермер хужалығы төҙөп, эш итергә мөмкин.
Юлыҡтарҙың
ергә хоҡуғы
теркәлгән таныҡлыҡ алыусылар әлегә
күп тип әйтеп булмай.
Ергә хоҡуғы
булыпта, ергә
хоҡуғы
булыусылар исемлегендә теркәлмәүселәр аҙ түгел. Әлегә
иркенләп
сабынлыҡ итеп тотонған һөрөнтө ерҙәр һәр
ваҡыт хужаһыҙ ятмаҫ. . |